+28 °С
Болотло
VKOKМакс

Синыфымда көрәшселәр ҙә бар

Был турнирға республикабыҙҙың алты районынан иллегә яҡын йәш көрәшсе килде. Бил бирмәҫ үҫмерҙәр ярышҡа етди әҙерләнгән ине.

Синыфымда көрәшселәр ҙә барСиныфымда көрәшселәр ҙә бар
Синыфымда көрәшселәр ҙә бар

Беҙҙең Рәшит Назаров исемендәге Талбазы башҡорт гимназияһы егеттәре лә һынатманы. Күптәре еңеү яулап ҡайтты. Ауырғазы районы командаһы исеменән беҙҙең гимназия, Түрһәгәҙе, Төрөмбәт мәктәптәре егеттәре көс һынашты. Уларҙы үҙ эшен ихлас башҡарған тәжрибәле тренер Булат Мирғәли улы Ильясов күнектерә.
I урынды Дим Ғәлимов (Төрөмбәт), Иҙел Ғәлимов (Степановка), Рәмис Шәмсетдинов (Түрһәгәҙе), Булат Ғәбиҙуллин (беҙҙең гимназия), Булат Ғәлимов (балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе) һәм Байрас Назаров (беҙҙең гимназия) алды. II урында – Илдар Иҙрисов, Вилдан Иҙрисов (Түрһәгәҙе), Илнар Йәғәфәров (беҙҙең гимназия). Ә III урынды Дамир Батталов (Түрһәгәҙе), Илвир Хәкимов, Алмаз Шәмсетдинов, Рауил Тимербулатов, Тимур Аҡсурин (беҙҙең гимназия), Алмаз Рәхмәтуллин (Төрөмбәт) яуланы.
Уларға тағы ла ҙурыраҡ уңыштар теләйем. Еңеүселәр араһында синыфташтарым Байрас Назаров, Рауил Тимербулатов һәм Тимур Аҡсуриндар булғанына айырыуса шатмын. Бар ергә лә өлгөр был егеттәр менән бер синыфта уҡыуым менән ғорурланам.

Лиана ЙӘЛИЛОВА, йәш хәбәрсе.
Ауырғазы районы, Рәшит Назаров исемендәге
Талбазы башҡорт гимназияһы.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас