

Унда бөтә республиканан 200 уҡыусы ҡатнашты. 2 километр оҙонлоғондағы трассала 15 төрлө үҙенсәлекле ҡаршылыҡты үтергә кәрәк ине. Бишәр кешенән торған командалар һынауҙарҙы уңышлы үтте.
Бөгөн иһә республиканың хәрби-патриотик клубтары тәрбиәләнеүселәре араһында Бөйөк Еңеүҙең 78 йыллығына арналған геройҙар уҙышы булды. Үҫмерҙәр һынатманы, етеҙлектәрен, ҡыйыулыҡтарын, бер ҡасан да юғалып ҡалмауҙарын күрһәттеләр.
Фотолар "Бәйләнештә" селтәренән.