

Был уйында еңеү өсөн команданың һәр ҡатнашыусыһынан тиҙлек, етеҙлек, теүәллек, яйға һалынған команда эше талап ителә. 6 ҡыҙҙар командаһы һәм 7 егеттәр командаһы шундай сифаттар күрһәтте. Улар бөтә көстәрен һалып еңеү өсөн көрәште. Бөтә уйындар һөҙөмтәләре буйынса Хәйбулла районының Аҡъяр ауылы 2-се мәктәбенән егеттәр командаһы еңеүсе һәм чемпион булып танылды. Икенсе урынды Краснокама районы командаһы яуланы. Өсөнсө урынға Бүздәк районы командаһы лайыҡ булды.
Уйын йомғаҡтары буйынса ҡыҙҙар араһында беҙҙең Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 1-се мәктәбе командаһы еңеүсе булһа, икенсе урынға Тәтешле районы сыҡты. Ә өсөнсө урын Күгәрсен районы командаһына бирелде.
Гөлназ ИБРАҺИМОВА.
Хәйбулла районы.