+28 °С
Болотло
VKOKМакс

Батыр Ҡоҙабаев – төбәк-ара шахмат турниры еңеүсеһе!

Сибай ҡалаһында шахмат буйынса “Урал аръяғы гроссмейстеры” төбөк-ара шахмат турниры үтте.

Батыр Ҡоҙабаев  – төбәк-ара шахмат турниры еңеүсеһе!Батыр Ҡоҙабаев  – төбәк-ара шахмат турниры еңеүсеһе!
Батыр Ҡоҙабаев – төбәк-ара шахмат турниры еңеүсеһе!

Унда Силәбе, Ырымбур өлкәләре һәм  Башҡортостандан 110 иң талантлы шахматсы көс һынашҡан. Турнирҙа Хәйбулла районы  данын Арыҫлан Ураҙалинов, Батыр Ҡоҙабаев, Рамзан Аралбаев һәм Розалиә Килдебаева яҡлаған.

Йәш шахматсылар араһында уйын сәмле үткән. Һөҙөмтәлә, турнирҙа Батыр Ҡоҙабаев I урынды яулап,  кубок һәм аҡсалата приз алған. Афарин!

Сығанаҡ һәм фото: https://vk.com/haibroo 

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас