+22 °С
Ямғыр
VKOKМакс

Радий Хәбировтан - исемле сәғәт

Сираттағы уҡыу йылы тамамланыуы айҡанлы, күп балалар яҡшы уҡыуҙары, спорт, сәнғәт буйынса уңыштары өсөн Почет грамоталары, Маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләнде. 

Радий Хәбировтан - исемле сәғәтРадий Хәбировтан - исемле сәғәт
Радий Хәбировтан - исемле сәғәт

Ә Ишембайҙағы 11-се мәктәптең II синыфын тамамлаған Матвей Смирнов Радий Хәбировтан исемле сәғәт алып ҡыуанды. Был турала Ишембай районы хакимиәте башлығы Азат Ишемғолов "Бәйләнештә" селтәрендә яҙҙы: "Ишембайға сираттағы эш сәфәрендә Радий Фәрит улы Спорт һарайында йөҙөү буйынса күнекмәне ҡараны. Шунда Матвей һәйбәт һөҙөмтә күрһәткәйне. Бының өсөн республика Башлығы уға бүләк вәғәҙә итте. Бүләкте Матвейға тапшырҙым". 

Матвей йөҙөү менән икенсе йыл шөғөлләнә һәм яҡшы күрһәткестәргә өлгәшә икән. Афарин! Уға уңыштар теләйбеҙ.

Фото: vk.com

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас