+22 °С
Ямғыр
VKOKМакс

Спорт менән дә дуҫ

Йәш быуындың спортты яратыуы һоҡланғыс күренеш. Уҡыусыларым араһында шундайҙарҙың күп булыуына ҡыуанам. Һеҙҙе бөгөн үҙебеҙҙең мәктәптән Аделина Дауытова менән таныштырғым килә.

Аделина Рима Баталова менән.Аделина Рима Баталова менән.
Аделина Рима Баталова менән.

VI «Г» синыфын ул гел «бишле»гә генә тамамланы. Спорт менән дә күптән дуҫ. Быйыл физик тәрбиә буйынса Гагарин исемендәге олимпиадала республика кимәленә тиклем үтте. Ә яңыраҡ Стәрлетамаҡ ҡалаһында 13 тапҡыр паралимпия чемпионы Рима Баталова призына уҙғарылған еңел атлетика буйынса ярышта үҙ йәше төркөмөндә беренсе урын яулауға иреште.
Аделина инде бер нисә йыл футбол менән дә шөғөлләнә. Мәктәптең командаһы бар. Беҙҙең ҡыҙҙар был спорт төрө буйынса бәйгеләрҙә приз­лы урындар алып ҡына тора. Май айында Өфөлә «Күн туп» Бөтә Рәсәй ярыштарының ҡала этабы уҙҙы. Улар­ҙың командаһы мәктәп һәм район намыҫына тап төшөрмәне – еңеүсе булып танылдылар.

Лилиә ФАЗЛЕТДИНОВА, 108-се мәктәп уҡытыусыһы.
Өфө ҡалаһы.

Футболсы ҡыҙҙар.
Футболсы ҡыҙҙар.
Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас