

Йолалар тергеҙелә, милли йәйәнән уҡ атыу ярыштарының йыш үткәрелә башлауы ла ҡыуаныслы. Турнирҙа 78 бала һынау тотто. Ә кем иң мәргәне булып танылды икән?
7 – 9 йәшлек ҡыҙҙар араһында Карина Рәхимова (Балаҡатай), Камелия Ғөбәйҙуллина, Зарина Ғәйнетдинова (икеһе лә – Учалы) призлы урындарҙы бүлеште. Малайҙарҙан Сөләймән Ниғмәтуллин (Ейәнсура), Әмир Абдрахманов (Ауырғазы), Игорь Пулькин (Ишембай) еңеү яуланы. 10 – 13 йәшлек ҡыҙҙар араһында Сафия Ғөбәйҙуллина (Учалы), Вита Носкова (Балаҡатай), Анастасия Барсова (Учалы) һынатманы. Был йәштәге малайҙар иң күбе булғандыр, шуға ла баш судья Урал Хәйрулла улы Мортазинға иң-иңдәрҙе билдәләү ауырыраҡҡа тура килде. Сәмле ярышта беренсе урынға – Ауырғазынан Ғайсин Батырхан, икенсе урынға – Ишембайҙан Рамаҙан Зарипов, өсөнсө урынға Учалынан Бәхтийәр Исхаҡов сыҡты. Ә 14 – 17 йәшлек ҡыҙҙар араһында Карина Дәүләтова (Ишембай), Ралина Мостафина (Өфө), Александра Потеряева (Балаҡатай), егеттәрҙән Марсель Әхәтов (Балаҡатай), Урал Ярышев (Күмертау), Морат Сабиров (Учалы) грамота һәм миҙал алып ҡыуанды.
Шундай мәргәндәр тәрбиәләгән тренерҙарға ҙур рәхмәт. Йәй буйы ярыштарҙа тағы осрашырбыҙ әле.
Лилиә МӘҮЛИТОВА, уҡытыусы.
Өфө ҡалаһы.