+22 °С
Ямғыр
VKOKМакс

Ҡотлайбыҙ, Искәндәр!

Сибай ҡалаһы гимназияһы уҡыусыһы Искәндәр Күсәрбаев информатика буйынса берҙәм дәүләт имтиханында 100 балл йыйған!

Ҡотлайбыҙ, Искәндәр!Ҡотлайбыҙ, Искәндәр!
Ҡотлайбыҙ, Искәндәр!

– Үҙемә маҡсат ҡуйҙым: имтихандарҙан 400 балл йыйырға тип. Әле ниәтемдең һөҙөмтәһе – 375! Уңыштың сере – һынауҙарға ҡарата ыңғай ҡарашта булыу һәм ныҡлы әҙерләнеү, – ти Искәндәр.

Әйткәндәй, ул  профилле математиканан – 94 балл, урыҫ теленән 93 балл булһа, инглиз теленән 88 балл йыйған икән. Афарин!

Сығанаҡ һәм фото: vk.com

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас