+22 °С
Ямғыр
VKOKМакс

Нисек мәргән уҡсы булырға?

10 йәшлек Бәхтийәр Исхаҡов Учалы районының Иманғол мәктәбендә уҡый. Йәш уҡсы «Башҡорт аты» икенсе халыҡ-ара фестивалендә һыбайлылар парадында һәм аттан сабып барған килеш милли йәйәнән уҡ атыу ярышында ҡатнашты.

Нисек мәргән уҡсы булырға?Нисек мәргән уҡсы булырға?
Нисек мәргән уҡсы булырға?

– Дүрт йәштән уҡ атам. Был спорт төрө ҡулды, аяҡты, арҡаны нығыта. Алты йәштән һыбай йөрөйөм,– тине йәш спортсы.

Бәхтийәр күмәк балалы ғаиләлә үҫә. Атаһы Илдар Иршат улы менән әсәһе Гөлнур Зиннур ҡыҙы улдарына милли йолаларҙы өйрәтә, спортҡа ылыҡтыра.

Мәргән уҡсы һәм оҫта һыбайлы булыр өсөн көн дә күнекмә яһарға кәрәк, тип иҫәпләй Бәхтийәр. Видеола уның тоғро аты Ынйы менән күнекмәләр яһаған мәле төшөрөлгән.

Йәш спортсы тағы ла футбол уйнарға әүәҫ, йыр түңәрәгенә йөрөй, мәктәптә тик «бишле»гә уҡый.

Автор:Нурзиә Хәсәнова
Читайте нас