

«Республика йыйылма командаһы составында тәүге ярыштар. Һәм I урын. Афарин, улым!» – тип яҙа социаль селтәрҙә малайҙың әсәһе Зөлфиә Дәүләтова.
Илназ сәмәтлеге буйынса мөмкинлектәре сикләнгән үҫмерҙәр араһында ярышта Башҡортостан данын яҡлаған. 12 йәшлек яҡташыбыҙ 100, 200 һәм 400 метр арауыҡҡа йүгереүҙә тиҫтерҙәре араһында I урынға лайыҡ булған.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 2021 йылдың июлендә Илназ трансформатор өҫтөндә ятҡан тупты алмаҡсы була. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, көслө ток уның ҡулдарын яндыра. Кескәй малай алты операция үткәрә. Әммә Илназ бирешмәй, ул спорт менән шөғөлләнә. Төрлө ярыштарҙа ҡатнашып, еңеүҙәр яулай. Һоҡланғыс егет уҫеп килә!
Еңеүҙәрең менән ҡотлайбыҙ, Илназ! Гел шулай уңыштар юлдаш булһын һиңә!
Сығанаҡ һәм фото: vk.com