+28 °С
Болотло
VKOKМакс

Искәндәргә етеп ҡара!

Өфөнөң 21-се мәктәбенең II «Г» синыфы уҡыусыһы Искәндәр Хисамов та спорт менән дуҫ. Ул бигерәк тә йөҙөргә ярата.

Искәндәргә етеп ҡара!Искәндәргә етеп ҡара!
Искәндәргә етеп ҡара!

Йәйгеһен Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнөнә арналған ярышта I урын яулап ҡыуанған. Үҫмер 25 метр арауыҡты беренсе булып йөҙөп үтә. Үҙен Почёт грамотаһы һәм миҙал менән бүләкләйҙәр.

Карина Ғиззәтуллина – Искәндәрҙең тренеры. Уның ярҙамында йөҙөү серҙәренә өйрәнә. Әйткәндәй, үҫмерҙең беренсе еңеүе Өфө ҡалаһының «Буревестник» бассейнында Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының спорт-һауыҡтырыу комплексы мәктәбе уҙғар­ған ярышта була. Искәндәр 25 метр арауыҡты шәп тиҙлектә йөҙөп, I урынды яулаған. Унда ла Почёт грамотаһы һәм миҙал менән бүләкләнгән.

Әле йәш спортсы ашҡынып мәктәпкә барҙы, сөнки уҡытыусыһы Зөбәржәт Фрат ҡыҙы Моталлапованы, синыфташтарын һағынып та өлгөргәйне.

Уңыштар һиңә, Искәндәр!

М. ЯЛСЫҠАЕВА.

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас