+28 °С
Болотло
VKOKМакс

"Йәйге шайморатов уйындары"нда еңеүселәр Өфөгә саҡырыла

"Йәйге шайморатов уйындары"ның республика этабы Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт интернат-гимназияһында уҙҙы.

"Йәйге шайморатов уйындары"нда еңеүселәр Өфөгә саҡырыла"Йәйге шайморатов уйындары"нда еңеүселәр Өфөгә саҡырыла
"Йәйге шайморатов уйындары"нда еңеүселәр Өфөгә саҡырыла

Уҡыусылар Башҡортостан тарихы һәм мәҙәниәте буйынса викторина һорауҙарына яуап бирҙе, тиҙлеккә Башҡортостандың спилс-картаһын йыйҙы. Шулай уҡ башҡорт уғынан аттылар, АК-74 автоматын һүтеп-йыйҙылар һәм башҡа ярыштарҙа көс һынаштылар. 

Еңеүселәргә һәм призлы урын алыусыларға мәғариф һәм фән министрлығының дипломдары тапшырылды. Бишенсе синыфтар араһында иң-иңе - Ҡырмыҫҡалы гимназияһы командаһы. Алтынсылар араһында - Ейәнсура районы Иҫәнғолдағы Мәрйәм Бураҡаева исемендәге башҡорт интернат-гимназияһы "шайморатовсы"лары. VII-VIII синыфтар араһында иң көслө команда - 2-се республика полилингваль күп йүнәлешле "Смарт" гимназияһының етенселәре.

Ә абсолют еңеүсе һәм Рәсәй Геройы, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов исемендәге күсмә кубокты яулаусы - Яңауылдағы И.Мөҡсинов исемендәге гимназияның VI "шайморатов синыфы".

Быйылғы уҡыу йылында асылған һәм әлеге ярышта яҡшы һөҙөмтәләр күрһәткән шайморатовсылар синыфтары уҡыусылары 11 октябрҙә Совет майҙанында үтәсәк тантанаға саҡырыласаҡ. Уларҙы шайморатовсылар сафына ҡабул итәсәктәр. 

Фото: education.bashkortostan.

"Йәйге шайморатов уйындары"нда еңеүселәр Өфөгә саҡырыла
"Йәйге шайморатов уйындары"нда еңеүселәр Өфөгә саҡырыла
Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас