+28 °С
Болотло
VKOKМакс

2023 метр үтергә кәрәк

"Ҡашҡаҙан" мәҙәниәт һәм ял паркында иртәгә Бөтә Рәсәй йәйәү йөрөү көнө уҙа. 

2023 метр үтергә кәрәк2023 метр үтергә кәрәк
2023 метр үтергә кәрәк

7 октябрь иртәнге унда теркәлеү башлана. Кәрәкле арауыҡты үтеүгә, һеҙҙе диплом һәм шоколад "миҙал"ы менән ҡаршы алып торасаҡтар. Шәп бит?! Һаулыҡҡа ла файҙалы. Ялда саф һауала йөрөүгә ни етә!

Спорт байрамында йәнә олимпия чемпиондары менән күнекмәләр, "Первушин" аэродромы пилоттарынан шоу, спортсылар сығыштары көтөлә. Республика универсиадаһы еңеүселәрен дә тәбрикләйәсәктәр.

Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас