

Билдәле алып барыусы Дмитрий Каретко сараны дәртле уйындар менән асты. Күл тирәләй 2023 метр үтергә теләүселәр стартҡа баҫыр алдынан сәхнәгә мәртәбәле ҡунаҡтар күтәрелде. Рәсәй олимпия комитеты президенты Станислав Поздняков, хөкүмәт етәксеһе урынбаҫары Ирек Сәғитов, спорт министры Руслан Хәбибов, 13 тапҡыр Паралимпия уйындары чемпионы Рима Баталова һәм башҡалар барыһына ла уңыштар теләне. Билдәле спортсылар Давид Мусульбес, Хаджимурад Магомедов, Юрий Захаревич, Алексей Фросин, Павел Пинигин, Ирина Привалова, Сергей Фокичев, Роман Егоров, Екатерина Абрамова, Ирина Караваева ла килгәйне.
Саралар бер нисә майҙансыҡта үтте. Бер ерҙә спортсылар көсөн күрһәтә – таба бөгә, гер күтәрә, икенсеһендә иһә уҡ атырға өйрәтәләр. Күл эсендә махсус кәмәләрҙә йөҙөп ярышыусылар ҙа бар. Барыһы ла һаулыҡты пропагандалауға йүнәлтелгәйне. Сәхнәлә сағыу концерт бара, күңеллен башҡорт йырҙары яңғырай. Хатта болотло көн дә асылып китте.
Ҡалабыҙҙың төрлө райондарынан килгән ҡатнашыусылар. Ғаиләләр, студенттар, ойошма вәкилдәре, кескәйҙәр... Мәктәптәр бер-бер артлы тигеҙ рәт булып атлай. Улар араһында бер төркөм бала иғтибарымды йәлеп итте. Танышабыҙ. Ҡыҙыл берет кейгәндәре – VII “А” йәш армеецтар синыфы, зәңгәр баш кейемендәгеләр VI “А” кадеттары икән. 124-се мәктәп уҡыусылары тәрбиәүи эштәр буйынса директор урынбаҫары Зөлфиә Сәйфулла ҡыҙы Акдаг һәм синыф етәкселәре менән килгән.
– 60 уҡыусыны килтерҙек. Һәр ерҙә шулай әүҙем ҡатнашабыҙ. “Кадеттар балы”, “Зарница”, строй йырҙары бәйгеһе булһынмы... Бөгөн дә шәп кәйефтәбеҙ, – ти алтынсыларҙың уҡытыусыһы Мәҙинә Ғәбделхаҡ ҡыҙы Ғафиева.
– Беҙгә байрам оҡшай, – тип ыңғай тәьҫораттары менән уртаҡлашты етенселәрҙең етәксеһе Александр Соколов. – Спорт менән бергәләп шөғөлләнеү файҙалы ла, күңелле лә. Сараны ойоштороусыларға ҙур рәхмәт!
Әйткәндәй, Александр Юрьевич йәш армеецтар менән икенсе йыл эшләй. Үҙе йәш, әммә талапсан икәне күренеп тора. Нимәһе ҡыуандырҙы – минең менән саф башҡортса аралашты! Башҡорт мөхитендә үҫкән егет икән, телде яҡшы үҙләштергән. “Йәншишмә”нең сайтын да күҙәтеп барам, тип өҫтәне.
Сәләмәтлеккә табан бөгөн 2023 аҙым яһалды. Барлыҡ ҡатнашыусылар диплом һәм шоколад “миҙал”ы менән бүләкләнде.
АВТОР фотолары.