

Учалы ҡалаһындағы 7-се балалар баҡсаһы тәрбиәселәре спортҡа балаларҙы бәләкәйҙән ылыҡтырырға кәрәклеген яҡшы белә. Шуға ла бөгөнгө акция уларҙы ситләтеп үтмәне. Өлкән һәм мәктәпкәсә әҙерлек төркөмдәренә йөрөүсе кескәйҙәр сараға ҡушылды.
Тәрбиәселәр Лида Вәлит ҡыҙы Камалова һәм Айзилә Зөфәр ҡыҙы Ғүмәрова Йәйәү йөрөү көнөнөң маҡсаттары хаҡында һөйләне. Спорт – сәләмәтлек нигеҙе, тине улар. Физик тәрбиә инструкторы Флүзә Рәсүл ҡыҙы Йомабаева балаларға файҙалы күнекмәләр күрһәтте. Ә улар ҡыҙыҡһынып ҡабатланы. Һәр саҡ спорт менән дуҫ булығыҙ, бәләкәс дуҫтарыбыҙ!