

Бәйгегә Златоуст, Пласт, Сыбаркүл ҡалаларынан, шулай уҡ Силәбе өлкәһенең Арғаяш, Сыбаркүл райондарынан һәм Башҡортостандан спортсылар килгәйне. Шуларҙың береһе – көрәшсе Харис Монасип улының тыуған төйәге Салауат районы вәкилдәре.
Ярыштар 12 ауырлыҡ категорияһында һәм ике йәш төркөмөндә үтте. Дөйөм команда урындары түбәндәгесә бүленде:
1-се урын – Пласт ҡалаһы,
2-се урын – Арғаяш ауылы,
3-сө урын – Мәләүез ҡалаһы.
Уҙғарылған турнир Көньяҡ Уралда дзюдоға нигеҙ һалыусы, СССР-ҙың һәм Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры, Силәбе ҡалаһының почетлы гражданы Харис Йосоповҡа хөрмәт билгеһе булып тора.
Фото: vk.com.