+4 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Бокс – көслөләр ярышы

Аҡъяр ауылының 3-сө мәктәбендә малайҙар һәм ҡыҙҙар араһында тәүге тапҡыр бокс турниры уҙҙы. Ул махсус хәрби операция барышында һәләк булған Наил Ғәббәсов иҫтәлегенә бағышланды.

Бокс – көслөләр ярышы
Бокс – көслөләр ярышы

Ярышта Баймаҡ һәм Хәйбулла райондарынан 70-тән ашыу йәш спортсы ҡатнашты. Уларҙы район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Роза Рәсембетова, мәғариф идаралығы начальнигы Нияз Рыҫҡолов сәләмләне. Яугирҙың атаһы менән ағаһы ла килгәйне.

Ойоштороусылар әйтеүенсә, турнир үҫмерҙәргә патриотик тәрбиә биреүгә, уларҙа геройҙарҙың ҡаһарманлығына, хәрби хеҙмәткә хөрмәт тәрбиәләүгә йүнәлтелгән. Лейтенант Наил Ғәббәсов йәш быуын өсөн ысын ҡаһарманлыҡ өлгөһө булып тора. 2023 йылдың 28 ғинуарында Донецк Халыҡ Республикаһында хәрби задание үтәгәндә батырҙарса һәләк була. Рәсәй Федерацияһы Президентының указы менән уның туғандарына Батырлыҡ ордены тапшырыла. Ә бокс буйынса был турнир йыл һайын үткәреләсәк.

Гөлназ ИБРАҺИМОВА.

Хәйбулла районы.

Бокс – көслөләр ярышы
Бокс – көслөләр ярышы
Бокс – көслөләр ярышы
Бокс – көслөләр ярышы
Бокс – көслөләр ярышы
Бокс – көслөләр ярышы
Бокс – көслөләр ярышы
Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: