+7 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Егеттәр хаттар яҙҙы

Әлеге ваҡытта Шишмә районында Рәсәй Геройы Максим Серафимов исемендәге  "Патриот" паркында Нефтекама ҡалаһынан һәм Стәрлебаш районынан X синыф егеттәре хәрби йыйында.

Егеттәр  хаттар яҙҙы
Егеттәр хаттар яҙҙы

Сафта йөрөү, ҡорал менән эш итергә өйрәнеү, парашюттан һикереү, тәүге медицина ярҙамы күрһәтеү һәм башҡа шөғөлдәр егеттәргә әрме хеҙмәте менән яҡындан танышырға ярҙам итә. 

Улар "Һиңә яҙам, Герой!" Бөтә Рәсәй акцияһында ла әүҙем ҡатнашты. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға рәхмәттәрен, хөрмәттәрен белдереп, уларға ныҡлы һаулыҡ һәм хәрби бурыстарын үтәп, тиҙерәк тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайтыуҙарын теләп яҙҙылар. Күптәре хаттарын һүрәттәр менән биҙәне, хатта шиғыр яҙыусылар ҙа булды.

Уҡыусыларҙың ихлас күңелдән яҙған сәләмдәре хәрбиҙәргә көс һәм ышаныс бирер.

Фото: vk.com.

Егеттәр  хаттар яҙҙы
Егеттәр  хаттар яҙҙы
Егеттәр  хаттар яҙҙы
Егеттәр  хаттар яҙҙы
Егеттәр хаттар яҙҙы
Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: