+4 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Бәләкәй генә, тимәгеҙ

Денис Ишемовҡа – 8 йәш. Ҡаланың 5-се мәктәбендә белем ала. II «Б» синыфы спорт йүнәлешле, шуға ла малайҙың дзюдо менән ҡы­ҙыҡһыныуы тәбиғи.

Бәләкәй генә, тимәгеҙ
Бәләкәй генә, тимәгеҙ

Әле икенсе йыл ғына шөғөлләнһә лә, телгә алырлыҡ уңыштары бар. Яҙын район ярышында икенсе урын яулағайны. Яңыраҡ Балалар һәм үҫмерҙәр ижад һарайында уҙған турнирҙа ла ҡатнашты Денис. Алыш Халыҡтар берҙәмлеге көнөнә арналды. Төрлө ауырлыҡтағы 73 спорт­сы көс һынашты унда. Малай һынатманы: үҙ ауырлыҡ үлсәмендә I урынға лайыҡ булды. Юҡҡа ғына тренеры тәжрибәле дзюдоист Александр Воронцов түгел бит! Ул инде 16 йыл «Буласаҡ яугир мәктәбе» берләшмәһен етәкләй.
Денис шашка уйнарға ла ярата. Быйыл бассейнға йөрөй башлаған. Буласаҡ һалдат физик яҡтан ныҡ, үҙе аҡыллы булырға тейеш шул!
Зөләйха ВӘЛИУЛЛИНА.
Учалы ҡалаһы.

Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас: