+9 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Ун биш йәштә – спорт мастерлығына кандидат

Марат ағаһына эйәреп тәүгә шашка түңәрәгенә барған бәләкәс Искәндәр бер нисә йылдан халыҡ-ара турнирҙарҙа алтын миҙал алырмын, тип уйланымы икән? Юҡтыр. Ә ул беренсе йылда уҡ Волга буйы федераль округы бәйгеһендә призлы урын яулай!

Ун биш йәштә – спорт мастерлығына кандидат
Ун биш йәштә – спорт мастерлығына кандидат

Үҫмер Мостай Кәрим исе­мендәге 158-се башҡорт гимназияһының IX «А» синыфында белем ала. Бар фәндәрҙән яҡшы өлгәшә, олимпиадаларҙы ҡалдырмай. Ә шашкаға 23-сө спорт мәктәбенән килеп өйрәтәләр икән. Тәүге тренеры Рим Рафиҡ улы Ишмәтов була. Хәҙер алтынсы йыл инде Александр Павлович Мельниковта шөғөлләнә Искәндәр Янбаев.
Йыл һайын Башҡортос­тан Республикаһы чемпионы булып таныла. Рәсәй ки­мәлендәге еңеүҙәре лә һанап бөткөһөҙ. Белоруссия, Польшанан призлы урындар менән ҡайтҡаны бар. Ә ноябрь уртаһында Ҡаҙағстандың Павлодар ҡала­һында уҙған турнирҙа 1 алтын, 1 көмөш миҙалға лайыҡ була.
Башҡортостан, Удмуртия һәм Яҡутстан сатрашсыла­ры илебеҙҙә иң көслөләр­ҙән һанала. Искәндәр ҙә ошо йәшендә – спорт мас­терлығына кандидат.
– Улдарыбыҙ менән ғорурланабыҙ, – ти Малик Ғималетдин улы һәм Ләйсән Абдрахман ҡыҙы.
Алда телгә алып үткән Марат ағаһы әле ун беренселә уҡый. Ул да – спортсы: «Өфө» футбол клубы өсөн уйнай. Гимназияла алдын­ғыларҙың береһе ул, яңы ғына Әлфиә Кәримова ҡулынан Мостай Кәрим исемендәге грант алған.
Искәндәр үҙенә мәктәпте яҡшы тамамларға тигән маҡсат ҡуйған. Киләсәктә IT-технологиялар йүнәлеше буйынса китмәксе. Аҡыллы егет ул, булдырыр!

Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас: