+7 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Илназ киберҡул ярҙамында һүрәт төшөрә һәм яҙа

Былтыр йәйгеһен Туймазы районының Балтай ауылынан 11 йәшлек Илназ Дәүләтов урамда туп менән уйнағанда, ҡапыл тубы трансформаторға эләгә. Малай  шуны алам тип ике ҡулһыҙ ҡалғайны.

Илназ – көслө ихтыярлы, тормошто яратҡан малай. Ауыр һынауға дусар булыуына ҡарамаҫтан, барыһын һоҡландырып спорт буйынса яңынан-яңы еңеүҙәр яулай.

Күптән түгел Илназ Мәскәүҙәге Сколков инновация үҙәгендә эшләнгән протезды алып ҡыуанған. Әсәһе Зөлфиә Дәүләтова әйтеүенсә, ғаилә киберҡулды Рәсәйҙең Социаль страховкалау фонды ярҙамында юллаған.

«Киберҡулға даими көс туплап торорға кәрәк. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, әлегә функциялары әҙерәк: ҡул суҡтары һәм терһәктәре яҙылып-бөгөлә», – ти Зөлфиә Дәүләтова.

Илназ киберҡул ярҙамында әйберҙәрҙе күтәрә, һүрәт төшөрә һәм яҙа ала. Әле ата-әсәһе менән Мәскәүҙә реабилитация үтә.

 

Фото һәм сығанаҡ: “Башҡортостаным | яңылыҡтар”.

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас: