+4 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Саф һауа – йәнгә дауа

Ҡыш – йылдың тылсымлы миҙгеле, бөтә донъя аҡ ҡарға күмелә. Шундай матур мәлдә тышта саф һауа һулап, туйғансы уйнағы килә. Бер көндө беҙ, VIII «А» синыфы уҡыусылары, тәрбиәсебеҙ Таңһылыу Зәкир­йән ҡыҙы менән рәхәтләнеп конькиҙа шыуҙыҡ.

Саф һауа – йәнгә дауа
Саф һауа – йәнгә дауа

Тәү­ҙә боҙға сығырға ҡурҡыу­сылар ҙа булды – ҡайһы­ларыбыҙ беренсе тапҡыр баҫты бит! Шулай ҙа улар еңел генә өйрәнеп китте.
«Конькиҙа йөрөй белмәгәнгә күрә, күңелһеҙ булыр, тип уйлағайным. Шәп ял иттек! Каток бик матур һәм ҙур. Беҙгә унда хатта йән­һүрәт күрһәттеләр!» –тип шатлана синыфташым Айһылыу Үтәгәнова. Ә Әзизә Ар­ғын­баева: «Минең уйлауымса, каток – ул төрлө уйҙарҙан һәм эштәрҙән ял итә торған урын. Элек мин ғаиләм менән коньки шыуырға йөрөй инем, синыфташтар менән барыу ҙа ныҡ оҡшаны. Ә хәҙер тағы ла боҙҙа йөрөгөм килә!» – ти.
Бергәләп төрлө уйындар ҙа уйнаныҡ. Саф һауала йөрөү ҡы­ҙыҡ һәм рәхәт кенә түгел, бик файҙалы ла. Көнөнә бер тапҡыр булһа ла тышҡа сығырға кәрәк. Бушҡа ғына «Саф һауа – йәнгә дауа», тип әйтмәйҙәрҙер әле.

Дана ШӘРӘФЕТДИНОВА, VIII «А» синыфы уҡыусыһы.
Өфө ҡалаһы, Рәми Ғарипов исемендәге
1-се республика башҡорт интернат-гимназияһы.

Саф һауа – йәнгә дауа
Саф һауа – йәнгә дауа
Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: