+9 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Аяз, ҡотлайбыҙ!

Ишембай ҡалаһында  каратэ буйынса уҡыу - күнекмә алышы уҙған. Унда Ауырғазы районы Рәшит Назаров исемендәге Талбазы башҡорт гимназияһынан да бер төркөм  егеттәр ҡатнашҡан.

Аяз, ҡотлайбыҙ!
Аяз, ҡотлайбыҙ!

 – Ярышыусылар араһында уҡыусым Аяз Шәмсетдиновтың да булыуы  ҡыуандырҙы. Аяз II урын яулап, грамота, кубок һәм миҙал менән бүләкләнгән. Шәп егет үҫеп килә! Синыфыбыҙ  менән Аяздың был  еңеүенә ныҡ шатландыҡ. Тренеры Фәим Салауат улы Ғайсин менән тағы ла  еңеүҙәр яуларға яҙһын! – ти Аяздың уҡытыусыһы Розалиә Әхмәт ҡыҙы Йәлилова.

Аяз, гел шулай еңеүҙәр яулап тор, йәме!

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас: