Беренсе синыфҡа килгәндә Камил Сабуров бик оялсан, ҡыйыуһыҙ ғына малай ине. Тәүҙә йыш һалҡын тейҙереп ауырыны. Хәреф танырға тиҙ өйрәнһә лә, дәрестәрҙе йыш ҡалдырғас, уҡыу уға ауырыраҡ бирелде. Шулай ҙа тәүге йылды яҡшы тамамланы.
Камил күп балалы ғаиләлә тәрбиәләнә. Уның ағаһы һәм ике ҡустыһы бар. Шундай батыр егеттәр үҫә был ғаиләлә. Камилдың әсәһен дә үҙем уҡытҡайным. Ул да тырыш, үҙ маҡсатына ирешеүсән уҡыусы булды.
Икенсе синыфта Камил көслөләнеп, үҫеп китте. Уҡыуҙа ла, эштә лә үҙен етеҙерәк, ҡыйыуыраҡ, ышаныслыраҡ тота башланы. Ни булған һуң? Баҡһаң, әсәһе дүрт улын да Туймазы ҡалаһындағы «Самурай» спорт академияһының көрәш секцияһына биргән икән. Көн дә дәрестәрҙән һуң уларҙы шунда йөрөтә. Был спорт мәктәбендә ял да, каникул да юҡ. Ике йыл эсендә районда, күрше Октябрьский ҡалаһында уҙғарылған бөтә ярыштарҙа ҡатнашып, күп миҙалдар яуланы был егеттәр. Көҙгө каникулда Өфө ҡалаһында уҙғарылған ярыштан дүртәүләп еңеү яулап ҡайттылар.
«Спорт кешенең сәләмәтлеген нығытып ҡына ҡалмай, тормошҡа, уҡыуға, ата-әсәгә ҡарата мөнәсәбәтен дә яҡшы яҡҡа үҙгәртә. Рух көсөн үҫтерә», – ти әсәләре Эльгина ханым. Балаларҙың атаһы ла спорт яҡлы.
Камилды синыфташтары төрлө файҙалы кәңәштәре өсөн хөрмәт итә. Уның эргәһендә йүткерергә лә ярамай, юғиһә, спорт, сәләмәтлек тураһында һөйләй ҙә башлай.
Уҡыусым менән сикһеҙ ғорурланам һәм уңыштарына һөйөнәм. Камилға, уның ағай-энеләренә киләсәктә ҙур уңыштар, тағы күп-күп еңеүҙәр яулауҙарын, ата-әсәләренә, Тыуған илебеҙгә ҙур терәк булыуҙарын теләйем.
Илвира ЗАРИПОВА, 3-сө мәктәп уҡытыусыһы.
Туймазы районы, Серафимовка ауылы.