-3 °С
Ясна
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Һай, ауырғазылар!

Һуңғы йылдарҙа йәйәнән уҡ атыу спортының билдәлелек яулай барыуы – ҡыуаныслы хәл. Республикала милли йәйәнән уҡ атыу йолаһын тергеҙеү, алымдарын өйрәнеү, уҡсыларҙың оҫталыҡтарын камиллаштырыу, йәш быуында илһөйәрлек тәрбиәләү йәһәтенән ҙур эш башҡарыла.

Һай, ауырғазылар!
Һай, ауырғазылар!

Күптән түгел Күмертау ҡалаһында «Төньяҡ амурҙа­ры» милли йәйәнән уҡ атыу буйынса ярыш уҙҙы. Ул 1812 йылғы Ватан һуғышында башҡорт яугирҙары ҡатнашыуының 210 йыллығына арналғайны. Ярышта 6 йәштән 17 йәшкә тиклемге балалар, үҫмерҙәр мәргәнлектә көс һынашты. Унда Ауырғазыла эшләп килгән «Меркет уҡсылары» клубының йәш спортсылары ла призлы урын алып ҡы­уанды. Тренерҙары Фәим Ғайсин етәкселегендә йәйәнән уҡ атыу оҫталығына, ныҡышмал, сәмле булырға өйрәнә балалар. Ә уңыштары, еңеүҙәре күп улар­ҙың.
Шулай итеп, Күмертауҙан Рәшит Назаров исемендәге Талбазы башҡорт гимназияһының III cиныф уҡыу­сыһы Әмир Абдрахманов менән VII синыф уҡыусыһы Батырхан Ғайсин – I урын, балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүсеһе Нәркәс Ғайсина III урынды алһа, ә VII синыф уҡыусыһы Аделина Шафиҡова V урынды яулаған.
– Ярыш бик сәмле барҙы. Был спорт төрө миңә ныҡ оҡшай. Шуға күнекмәләремде ҡалдырмай йөрөргә тырышам. Әлбиттә, тренерыбыҙға рәхмәтлебеҙ, ул һәр көнөбөҙҙө ҡыҙыҡлы һәм мауыҡтырғыс итеп үткәрә белә. Тормошта осрай торған ҡыйынлыҡтарға бирешмәҫкә лә өйрәтә, – ти гел беренселекте яулаусы Батырхан.
Ошо уҡ белем усағынан тағы ҡыуаныслы хәбәр килде. Быныһы инде Ишембай ҡалаһында каратэ буйынса уҡыу-күнекмә алышында уңышҡа ирешкән егеттәр тураһында. Был спортсыларҙы ла тренер Фәим Ғайсин әҙерләй.
– Улар араһында уҡыу­сым Аяз Шәмсетдиновтың да булыуы һөйөндөрҙө. Аяз II урын яулап, грамота, кубок һәм миҙал менән бүләкләнгән. Шәп егет үҫеп килә! Синыфыбыҙ менән Аяздың был уңышына ныҡ шатландыҡ. Уның киләсәктә лә һынатмауын теләйбеҙ, – ти уҡытыусыһы Розалиә Әхмәт ҡыҙы Йәлилова.



Зөһрә ХӘКИМОВА.
Ауырғазы районы.

Һай, ауырғазылар!
Һай, ауырғазылар!
Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас: