Йылғырлыҡта, сослоҡта үҙебеҙҙе һынап ҡараныҡ. Иң мөһиме, берҙәм булғанда ғына ыңғай һөҙөмтәләргә ирешергә мөмкин икәнен аңланыҡ. Беҙҙең менән бергә, ике командаға бүленеп, ата-әсәйҙәребеҙ ҙә ҡатнашты. Ҡалғандары мәрәйҙәрҙе һынаны, ҡеүәтләп дәртләндерҙеләр, фотоға төшөрҙөләр. Бындай күңелле сараны ойошторған синыф етәксебеҙ Көнһылыу Ишмөхәмәт ҡыҙы Хасаеваға һәм беҙҙе спорт залында уйнатҡан физкультура уҡытыусыһы Ғәлиәкбәров Рамаҙан Линур улына рәхмәт!
Алтынай УРМАНШИНА,
II “В” синыфы уҡыусыһы.
Өфө ҡалаһы,
Фатима Мостафина исемендәге 20-се башҡорт гимназияһы.