+9 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Ҡотлайбыҙ, әбйәлилдәр!

Әбйәлил районы Ишҡол мәктәбенең ҡыҙҙар волейбол командаһы Йылайыр районы Юлдыбай ауылында ярышта булып ҡайтты.

Ҡотлайбыҙ, әбйәлилдәр!
Ҡотлайбыҙ, әбйәлилдәр!

Феникс кубогы өсөн район-ара ярышта Сибайҙан, Хәйбулла районы үҙәге Аҡъярҙан, Йылайыр районы Юлдыбай ауылынан командалар һәм беҙҙең мәктәп ҡыҙҙары көс һынашты. Көсөргәнешле ярышта беҙҙең команда  I урынды яуланы.

IX cиныфы уҡыусылары, Лиана Ниғмәтуллина «Иң ҡиммәтле уйынсы (MVP)», Алтынай Вәлиева «Иң яҡшы һөжүм итеүсе» номинацияларында еңеүсе тип табылды һәм грамота, махсус приздар менән бүләкләнде.

Шулай уҡ ҡыҙҙар районда үткән балалар һәм үҫмерҙәр мәктәбе Кубогына үткән ярышта ла, I урынды яуланы.

Ҡыҙҙарҙы һәм уларҙың тренерҙары Венер Ниғмәт улы Боҫҡоновты еңеүҙәре менән ҡотлайбыҙ!

Артабан да тик уңыштар ғына юлдаш булһын!

 

Роза МӨХӘМӘҘИЕВА, педагог-ойоштороусы.

Фото: "Осҡон" гәзите.

Ҡотлайбыҙ, әбйәлилдәр!
Ҡотлайбыҙ, әбйәлилдәр!
Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас: