Ул Ҡорама ауылында тыуа. Икенсе синыфта уҡығанда ғаиләһе Силәбе өлкәһе Мейәс ҡалаһына күсергә ҡарар итә. Мәктәпте тамамлап, ике юғары белем ала Вилдан: инженер-төҙөүсе һәм педагог-тренер. Ә боксҡа килеүе 13 йәшендә була. Айнур ағайыма рәхмәт, ти егет. Ул буласаҡ тренеры менән таныштыра бит.
Тәүге ҙур уңыш 2014 йылда килә – Вилдан ил турнирында еңеү яулай һәм спорт мастерына кандидат булып китә. 2018 йылдан профессиональ боксёр һанала. Мозес Паулюс, Арслан Магомедов, Дастан Садуулы, Рене Альварадоларҙы еңеүҙәре генә ни тора! Яҡташыбыҙ менән ғорурланабыҙ.