Был сара РСФСР-ҙың мәғариф отличнигы Әхтәм Юлмөхәмәтовтың юбилейына бағышланғайны.
Ярышҡа республиканың төрлө райондарынан 2008 – 2010 һәм 2011 йылғы 78 йәш үҫмер йыйылып, үҙ көстәрен һынап ҡараны.
Ауырғазы спортсылары яҡшы һөҙөмтәләргә иреште. Төрөмбәт ауылынан Дим Ғәлимов (30 килограмм ауырлыҡ категорияһында) алтын яулап ҡыуанһа, Степановка мәктәбенән Арыҫлан Исхаҡов (65-тән юғары килограмм ауырлыҡ категорияһында) беренселекте бирмәне.
Рәшит Назаров исемендәге Талбазы башҡорт гимназияһы уҡыусыһы Нурислам Һатлыҡов (50 килограмм ауырлыҡ категорияһында) – II урын, ошо уҡ белем усағынан Рауил Тимербулатов бронзаға лайыҡ булды.
Барлыҡ еңеүселәр һәм призёрҙар Почёт грамоталары, миҙалдар һәм приздар менән бүләкләнде. Ә Иҙел Ғәлимовҡа махсус приз бирелде.
Юғары һөҙөмтә күрһәткән йәш көрәшселәрҙең тренеры – Булат Ильясов. Ошо спортсыларҙың еңеүе уның фиҙаҡәр хеҙмәте, балаларҙы яҡшы әҙерләүҙә һөнәри оҫталығын күрһәтә.
Афарин, ауырғазылар!
Фото һәм сығанаҡ: “Рух” төркөмө.