+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Уҡыусыларымдың уңыштарына шатланам

Үҙ телен яратҡан һәм бар нескәлектәрен белгән кеше бер ҡасан да хур булмаҫ, тигән фаразды минең шәп уҡыусыларым тағы ла бер тапҡыр дәлилләне! Бөгөн юғары уҡыу йорттары араһындағы студенттар кампусында Өфөнөң Киров районындағы иң яҡшы уҡыусыларын бүләкләнеләр.

Был сара уҡыу эшмәкәрлегендә юғары ҡаҙаныштар күрһәткән төрлө фәнни, мәҙәни һәм спорт сараларында әүҙем ҡатнашҡан һәләтле уҡыусыларҙы дәртләндереү өсөн ойошторолдо. Талантлылар араһында 3 уҡыусымдың булыуы икеләтә шатлыҡлы күренеш. Бына улар: рухлы, телһөйәр, бар яҡтан да шәп XI синыф уҡыусыһы Зөлхизә Әйүпова, X синыф уҡыусылары Арыҫлан Шәйәхмәтов менән Булат Хурамшин. Һеҙҙең менән ғорурланам, уҡыусыларым! Алдағы йылдарҙа ла бар эшегеҙҙә лә тик уңыштар ғына насип булһын. Мин һеҙгә ныҡ ышанам!

 

Фәнгизә НАФИҠОВА, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.

Өфөләге Максим Горький исемендәге 3-сө гимназия.

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас: