Өфө, Учалы, Сибай, Күмертау, Ишембай ҡалаларынан, Ауырғазы, Өфө, Ейәнсура, Баймаҡ, Әбйәлил, Хәйбулла, Бөрйән, Иглин райондарынан һәм Силәбе өлкәһе менән Татарстандан 100-гә яҡын йәш уҡсы ҡатнашҡан.
– Беҙҙең Ауырғазы районындағы «Меркет уҡсылары» клубында шөғөлләнеүсе Батырхан Ғайсин (Рәшит Назаров исемендәге Талбазы башҡорт гимназияһы) 10 – 13 йәшлектәр араһында I урынды яуланы. Ул иң күп – 234 мәрәй йыйҙы, 31 тапҡыр еңеүгә иреште! Шулай уҡ Аделина Шафиҡова ла (Рәшит Назаров исемендәге Талбазы башҡорт гимназияһы) II урын яулап ҡыуанды.
Әлеге ярышты юғары кимәлдә ойоштороусы Хөрмәт Таһировҡа, «Зодчий» сауҙа-ял комплексы директоры Рәмил Әминевкә аҡсалата ярҙамы өсөн ҙур рәхмәтемде еткерәм,– ти йәш спортсыларҙың тренерҙары Фәим Ғайсин.
Афариндар! Бар ҡатнашыусы йәш уҡсыларға уңыштар, ныҡлы һаулыҡ, тағы ла ҙур еңеүҙәр теләйбеҙ!
Фото һәм сығанаҡ: “Рух”төркөмө.