-3 °С
Ҡар
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар

Атайым иҫтәлегенә

Ғүмер аҡҡан һыуҙай, иҫкән елдәй тиҙ генә үтә лә китә икән. Һеҙгә үҙемдең атайым тураһында әсәйемдең, ағайым-апайымдың һөйләүе буйынса ғына яҙам.

Атайым иҫтәлегенә
Атайым иҫтәлегенә

Сөнки ул яҡты донъянан киткәндә миңә өс кенә йәш булған. Атайымдың исеме – Адик Радис улы, 36 йәшендә генә мәрхүм булған. Быйыл уға 49 йәш тулыр ине.
Атайым бик яҡшы, кешелекле, ярҙамсыл булған.Ул эске эштәр бүлеге ҡарамағындағы район-ара ведомствонан тыш һаҡ етәксеһе булып эшләй. Тырышлығы менән майор дәрәжәһенә барып еткән, бик күп маҡтау ҡағыҙҙары, миҙалдары бар. Эшенә ныҡ яуаплы ҡараған. Ҡыҫҡа ғына ғүмере эсендә ҙур танылыу яулаған минең атайым. Бөтәһе лә хөрмәт иткән, ярат­ҡан үҙен. Әсәйем Юлиә Ғөбәй­ҙулла ҡыҙы менән беҙгә, өс балаға, ғүмер биргәндәр.
Беҙ Алмас ағайым, Наҙгөл апайым, әсәйем менән бергәләп йыл һайын атайым иҫтәлегенә футбол ярыштары үткәреп торабыҙ. Быйыл турнирҙы 12-се тапҡыр ойошторҙоҡ. Салауат районының шәп футболсылары үҙ көстәрен һынап ҡайтты. Иң-иңдәргә бүләктәр тапшырылды.
Атайымдың исемен йөрәк түренә һалып, тиҫтә йылдар һаҡлап, көс-дәрт алып ғүмер итәбеҙ. Изге рухың әлеге көндә лә беҙҙе батырлыҡтарға, яҡшы эштәргә әйҙәй.


Инсаф ШӘМСЕТДИНОВ.
Салауат районы, Әлкә ауылы.

Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас: