+7 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Дөйәләр алышы йәки ғәҙәти булмаған спорт төрҙәре хаҡында

Ҡағиҙәләргә ярашлы, уйынсыға 3х3 метрлыҡ ер бүленә. Төрлө ысулдар менән (ҡыҙыҡ, ниндәй икән?) селәүсендәрҙе ер аҫтынан арбап сығарырға һәм уларҙы йыйырға кәрәк...

Дөйәләр алышы йәки ғәҙәти булмаған спорт төрҙәре хаҡында
Дөйәләр алышы йәки ғәҙәти булмаған спорт төрҙәре хаҡында

Донъяла беҙ белгән футбол-хоккей, йөҙөү кеүек спорт төрҙәренән тыш, әллә күпме икенсе төрлөләре лә бар. Ҡай­һылары ғәжәпләндерә, ҡайһылары үҙҙәренең сәйерлеге менән иҫте китерә. Араларында олимпия уйындарына инеп киткәндәр ҙә бар. Әйҙәгеҙ, бер нисәһенә күҙ һалайыҡ.

1. Карауатта уҙышыу.
Хәрбиҙәр өсөн уйлап сығарылған уйын спорт төрөнә әүерелеп киткән. Бер кеше кара­уатта булһа, алтауһы уны этәп йөрөтә. Төрлө ҡаршылыҡтарҙы, шул иҫәптән һыуҙы ла үтеп, финишҡа беренсе етергә кәрәк.

2. Конкер.
Йыл һайын Британияла конкерҙы ярыу буйынса донъя чемпионаты уҙа. Нимә ул, тиһегеҙме? Емеш. Уйынсылар бер-береһенең бауға бәйләнгән каштан емешен ярырға бу­рыслы.


3. Таяҡсалар ырғытыу.
Йәнә бер сәйер ярыш буйынса донъя чемпионаттары уҙып тора. Ҡатнашыу­сылар күперҙән йыл­ғаға таяҡсалар ташлай. Кемдеке күперҙең ҡаршы яғына беренсе йөҙөп сыға – шул еңеүсе.


4. Селәүсенде арба!
Бөйөк Британия кешеләре йыл һайын ҡыҙыҡ бәйге үткәрә. Ҡағиҙәләргә ярашлы, уйынсыға 3х3 метрлыҡ ер бүленә. Төрлө ысулдар менән (ҡыҙыҡ, ниндәй икән?) селәүсендәрҙе ер аҫтынан арбап сығарырға һәм уларҙы йыйырға кәрәк. Көрәк менән ҡаҙырға ярамай!


5. Дөйәләр алышы.
Дөйәләр ҙә үҙ-ара көс һынаша ала икән. Был алыш Төркиәлә таралған. Бер дөйә йы­ғыл­һа йәки ҡасһа, тимәк, еңелде, тигән һүҙ.

6. Джиббинг.
Был экстремаль спорт төрө өсөн махсус кроссовкалар кәрәк. Маҡсат – баҫҡыс таянғыс­тары буйлап шыуыу.

7. Балтырға тибеү.
Ҡаршы яҡ уйынсының аяҡ балтырына тибеп, уны йығылтыу мөһим. Өс раундтың икеһендә йығылды икән – еңдең!

8. Кабадди.
Командалар икегә бүленгән биләмәлә уйнай. Спортсы ҡаршы яҡҡа сығып, берәйһенә ҡул менән тейергә һәм ҡасырға тейеш. Әгәр уға беренсе һуҡһалар, уйынсы шунда тороп ҡала. Кабадди бер яҡ командала ҡатнашыусылар бөткәнсе дауам итә.

9. Һаҙлыҡта –
велосипедта.
Шулай уҡ популяр спорт төрө. Һаҙлыҡ аша тау велосипедында үтергә кәрәк. Ни тиклем тиҙерәк, шул тиклем яҡшыраҡ.

10. Шахбокс.
Был спортсылар аҡыллы ла, көслө лә. Улар тәүҙә шахмат уйнай, һуңынан бокс рингында көс һынаша. Барлығы 11 раунд ҡаралған.

Дөйәләр алышы йәки ғәҙәти булмаған спорт төрҙәре хаҡында
Дөйәләр алышы йәки ғәҙәти булмаған спорт төрҙәре хаҡында
Дөйәләр алышы йәки ғәҙәти булмаған спорт төрҙәре хаҡында
Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас: