0 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар

Каратист Арыҫлан

Каратэ үҙ өҫтөңдә эшләүҙе, үҙ-үҙенә талапсан булыуҙы, уяулыҡты, етеҙлекте талап итә. Уға өйрәтеү өсөн сменалы лагерҙар, йәйге мәктәптәр, семинарҙар ойоштороу ыңғай һөҙөмтәләр бирә. Мәҫәлән, Ҡандракүлдәге сменалы лагерь, Ульяновск ҡалаһындағы йәйге мәктәп эше – быға асыҡ миҫал. Әйткәндәй, Арыҫлан менән мин тап Ҡандракүлдә таныштым да инде.

Каратист Арыҫлан
Каратист Арыҫлан

Арыҫлан Ғәлиуллин Салауат ҡалаһының 2-се кадет мәктәбенең X синыфын тамамлаған. Егет «Хранители Киокушина» спорт клубында шөғөлләнә, каратэ буйынса республика һәм Рәсәй кимәлендәге ярыштарҙа еңеү яулаған.
Ата-әсәһе Арыҫланды мәктәптә асылған түңәрәккә 6 йәшендә алып килә. Залда шөғөлләнгән балаларға тәүҙә бер аҙ аптырап ҡарап торған малай киләсәктә каратэны бик яратасағын күҙ алдына ла килтермәгәндер.
– Миңә тап ошо спорт төрө яҡын икәнен ап-аҡ кимоно кейеп алыу менән аңланым, – тип иҫләй егет. – Әгәр ҙә кешенең ынтылышы бар икән, хыялыңа ирешеү өсөн төрлө юлдар табырға була.
Ҡандракүлдәге лагерҙан һуң бер төркөм каратистар тренерҙары менән бергә Ульяновскиға йәйге мәктәптә булып ҡайтҡан. Арыҫлан үҙенең сенсейы Андрей Александрович Казадаев менән барған. Унда мөһим имтиханды унышлы тапшырған егет.
– Арыҫлан – оҫта каратист, – ти тренер Вероника Михайловна Казадаева. – Иҫ киткес тырыш бит ул! Үҙенә маҡсат ҡуя, шуға ирешеү өсөн бер туҡтамай алға бара. Әгәр ҙә берәй нимә килеп сыҡмай икән, сәбәбен табып, тиҙ арала төҙәтә. Ярыштарға бик етди әҙерләнә, өҫтәүенә, тиҫтерҙәренә лә ҡатмарлы күнегеүҙәрҙе өйрәтә. Арыҫландын үҙенә генә хас булған алымдары бар. Минеңсә, ул киләсәктә көслө тренер була ала.
Арыҫлан теш табибы һөнәрен һайларға уйлай. Әлбиттә, каратэны ташламайынса, уҡыу менән күнекмәләрҙе сиратлаштырырға йыйына.
Дуҫтар тураһында һүҙ сыҡҡас, «Һине бөтә үҙенсәлектәрең менән ҡабул итеүсе, уңыштарыңа һөйөнөүсе, кәрәк саҡта кәңәше менән ярҙам итеүсе – бына кем ул, минеңсә, ысын дуҫ! Һәм ул берәү генә була», – тине егет. Дөрөҫ, үҙем дә уның менән тулыһынса килешәм.
Ҡустылары Алмаз һәм Рузалинға үрнәк, ата-әсәһенең ғорурлығы булған Арыҫландың бар хыялдары тормошҡа ашһын!

Лариса СӘХИБГӘРӘЕВА, башҡорт теле уҡытыусыһы.
Илеш районы, Исәмәт мәктәбе.

Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас: