+7 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Мәсәғүттәр — еңеүсе

Рәсәй Федерацияһы Геройы Максим Серафимов исемендәге "Патриот" паркында хәрби-патриотик клубтарҙың XX республика фестивале үтте.

Мәсәғүттәр — еңеүсе
Мәсәғүттәр — еңеүсе

Ярышта 33 команданан 200-ләп үҫмер ҡатнашты. Улар хәрби-спорт ярыштарында, тарихи квизда, ижади конкурста көс һынашты. "Урал", "Обелиск" эҙәрмәндәр клубтары командирҙары менән осрашыу ҙа үткәрелде. "Хәүефһеҙлек мәктәбе" Бөтә Рәсәй балалар һәм үҫмерҙәр йәмәғәт ойошмаһы вәкилдәре беренсе ярҙам күрһәтеү буйынса оҫталыҡ дәресе күрһәтте.

Ярыш һөҙөмтәләре буйынса I урынды Дыуан районы Мәсәғүт гимназияһының "Витязь" хәрби-патриотик клубы яуланы. II урында — Күмертау ҡалаһынан "Гефест" хәрби-патриотик үҙәге. Стәрлетамаҡтағы 23-cө полилингваль күп йүнәлешле мәктәбенең "Росгвардия" клубы III урынды алды.

Фото: education.bashkortostan.

Мәсәғүттәр — еңеүсе
Мәсәғүттәр — еңеүсе
Мәсәғүттәр — еңеүсе
Мәсәғүттәр — еңеүсе
Мәсәғүттәр — еңеүсе
Мәсәғүттәр — еңеүсе
Мәсәғүттәр — еңеүсе
Мәсәғүттәр — еңеүсе
Мәсәғүттәр — еңеүсе
Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: