Ул IV синыфта белем ала, тик «бишле» билдәләренә генә өлгәшә. Спорт та ла һынатмай. Тел һәм әҙәбиәт дәрестәрен көтөп ала. Бынан тыш, туған әҙәбиәт, тирә-яҡ мөхитте өйрәнеү, математика фәндәренән Бөтә Рәсәй һәм Гагарин Кубогына олимпиадаларҙа, интернет-викториналарҙа әүҙем ҡатнашып, призлы урындар яулай. Ныҡ ҡыҙыҡһыныусан бала, шуға ла күпте белә. Һәр дәрескә ентекле әҙерләнеп килә. Әҙәби әҫәрҙәрҙе яратып уҡый, иншаларында, әҙәбиәт дәрестәрендә үҙ фекере бар, эҙләнергә ярата. “Йәншишмә” гәзите менән дә дуҫ. Белем усағында ойошторолған бар сараларҙың уртаһында ҡайнай беҙҙең Радмир.
Дәрестәрҙән һуң мәктәбебеҙҙәге шахмат түңәрәгенә йөрөй. Тағы ла спорт мәктәбендә эшләгән бокс секцияһына, футболға бара. Район, республика, Бөтә Рәсәй, халыҡ-ара кимәлдә ойошторолған конкурстарҙа еңеү яулап, белем усағыбыҙҙың данын арттыра малай.
Мәктәп уҡыусылары араһында алсаҡлығы, сабырлығы, баҫалҡылығы, кешелеклеге, эшһөйәрлеге менән дә айырылып тора. Шул сифаттары өсөн үҙен ихтирам итәләр.
– Радмир – ысын дуҫ, бер кемде лә бер ҡасан да ауыр хәлдә ҡалдырмаҫ, нисек булһа ла ярҙам итергә тырыша. Уның менән һөйләшеүе, уйнауы ла бик ҡыҙыҡ, – ти яҡын дуҫтары.
Һәр кешенең кескәй саҡтан хыялланған маҡсаттары була. Радмир киләсәктә табип булырға теләй. Ниндәй генә һөнәр һайлаһа ла, уға үҙ юлын табырға яҙһын! Уңыштар һиңә, Радмир!
Гөлкәй АЛЛАБИРҘИНА,
башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.
Күгәрсен районы,
Мораҡтағы 1-се мәктәбе.