Нияз Мәжитов исемендәге Красноусол башҡорт интернат-гимназияһында ла был шөғөлдөң тергеҙелеүе – шатлыҡлы күренеш.
– Уҡыусыларыбыҙҙы бейеү серҙәренә өйрәтеүҙән тыш, йәйәнән уҡ атыу буйынса оҫталыҡ дәресе алып барыусы Илшат Хәтим улы Хәбибуллин маҡтауға лайыҡ. Ул үҙенең мәргәнлеген республика кимәлендә лә танытып өлгөрҙө. Рухлы, сәмле һәм ныҡышмал остаз шайморатовсылар синыфында өҫтәмә дәрестәр алып бара. Илшат Хәтим улы менән осрашыуҙы гимназистар көтөп ала. Ағайҙары уларға был спорт төрөнөң серҙәрен, нескәлектәрен ябай итеп аңлата, уҡ атырға өйрәтә. Уңышҡа ирешкәндәрҙең күңелдәрен дә үҫтерә белә, – ти белем усағының директоры Гөлсөм Мөбәрәк ҡыҙы Монасипова.
Эйе, шайморатовсылар йәйәнән уҡ атыу күнекмәләренә бик теләп йөрөй, ярыштарҙа һынатмай улар. Милли уҡ-һаҙаҡтан атыу йолаһын тергеҙеү, уны популярлаштырыу, уҡсыларҙың оҫталыҡтарын камиллаштырыу, йәш быуында илһөйәрлек, тарихыбыҙ менән ғорурланыу тойғоһо, үҫмерҙәр араһында милли-мәҙәни мираҫты пропагандалау, рухи тәрбиә биреү юҫығында олоғара эш алып барыусы Илшат Хәтим улы күптәргә өлгө күрһәтә, тип әйтер инем.
Киләсәктә ярыш сәме ҡағылған, сәпкә тура тейҙеререргә күнеккән шайморатовсылар уҡыуҙа ла, спортта ла һынатмаҫтар, тип ышанабыҙ.
Зөһрә ХӘКИМОВА.
Ғафури районы.