Йәнгүзәлгә хәйерле юл теләйбеҙ!
Уның “Бәйләнештә” сәхифәһенән алынған йылы хәтирәләрен уҡығыҙ, дуҫтар!
Шулай итеп, студент тормошомдоң матур бер бүлеге – Ҡытайҙа ярты йыл уҡыуым аҙағына ла яҡынлашты. Әйтерһең, кисә генә тулҡынлана-тулҡынлана сумаҙан тултырып, яҡындар менән һаубуллашып, оло юлға әҙерләнә инек, оҙаҡламай һағынып, һағындырып ҡайтып та төшәбеҙ.
Һис шикһеҙ, иң сағыу, мауыҡтырғыс, йылы хәтирәләргә бай сәйәхәт булды тип әйтә алам: яңы таныштар, онотолмаҫлыҡ тәьҫораттар, һоҡландырғыс урындар... Әлбиттә, былар барыһы ла – оло тәжрибә. Тап ошо мәлгә, ошо кешеләр араһына эләгеүемә, тап ошо мөмкинлектәр асылыуына сикһеҙ шатмын.
Тәү сиратта, атай-әсәйемә, яҡындарыма, Өфө фән һәм технологиялар университетына, Башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультетына, деканыбыҙ Гөлфирә Риф ҡыҙы Абдуллинаға сикһеҙ рәхмәтемде еткерәм.
Ҡытайҙың үҙендә алған белемебеҙ, тормош тәжрибәһе киләсәктә миңә ярҙам итеренә, тағы ла яңы үрҙәргә тырышырға оло этәргес булыуына ышанам. Барыһы ла алда әле!
Ҡытай. 01.2025.
Йәнгүзәл ЗӘЙНУЛЛИНА.