Ярышта Өфө, Ғафури, Ауырғазы, Нуриман, Архангел, Иглин һәм Ҡырмыҫҡалы райондарынан ҡыҙҙар үҙ-ара көс һынашты. Беҙҙең районды үҫмерҙәр спорт мәктәбенең тәрбиәләнеүселәре яҡланы. Улар – Камила Вәлитова, Азалиә Рәжәпова, Карина Хөсәйенова, Русалина Юлдашева, Камила Мөлөкова, Тамила Хәмитова, Аделина Еникеева, Эвелина Быкова, Арина Әхтәмова, Иделия Ғәзизова. Тренер-уҡытыусы – Антон Хәйҙәр улы Юлдашев.
Спортсылар уйын барышында шулай уҡ үҙҙәренең иң яҡшы сифаттарын да күрһәтте: бер-береһенә ярҙам итеү, коллектив менән дөрөҫ ҡарарҙар ҡабул итеү оҫталығы менән. Шулай итеп, беҙҙең ҡыҙҙар командаһы еңеүсе булды. Март айында үтәсәк Башҡортостан уҡыусылары спартакиадаһының финалына юллама менән бүләкләнделәр.
Командабыҙҙы һәм тренерыбыҙҙы еңеү менән ҡотлайбыҙ һәм артабанғы уңыштар теләйбеҙ.
Рәйсә ИСЛАМҒОЛОВА,
башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.
Ауырғазы районы,
Талбазы ауылы лицейы.