Ул дүрт йәшенән гимнастикаға йөрөнө, тик, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, былтыр был секция ябылды. Тиктормаҫ ҡыҙыҡай спорт менән шөғөлләнер өсөн яңы урын эҙләй башлай. Тиҙ генә таба. Шуныһы шәп: өйгә яҡын ғына. Сәлимә хәҙер тхэквондо секцияһына йөрөй. Был алыш төрө менән алтынсы ай шөғөлләнеп өлгөрҙө. Оҫтарып та алған үҙе! Баш ҡалабыҙҙың Орджоникидзе районы буйынса беренсе урын яуланы!
– Үҙемдең яратҡан алымды аҙаҡҡа ҡалдырғайным, күрһәтеп өлгөрмәнем, – тип көйә ҡыҙыҡай.
Тхэквондола аяҡ менән алышырға кәрәк. Алдан гимнастикаға йөрөүе һылыу ҡыҙға ярҙам итә. Кәүҙәһен дөрөҫ тоторға өйрәнгән. Аяҡтарын ныҡ өҫкә күтәрә ала.
– Күнекмәләрҙә мин ял итәм, хәл инеп ҡала. Тренерым Юрий Аркадьевич Квятковский – бик яҡшы кеше. Беҙгә талапсан һәм уңыштарыбыҙ өсөн ныҡ ҡыуана, – ти ул.
– Юрий Аркадьевичтың тәрбиәләнеүселәре ярыштарҙан еңмәйенсә ҡайтмай. Беренсенән, ул әрләшмәй, төрлө алымдарҙы тыныс ҡына өйрәтә, балалар менән шаярып та ала. Икенсенән, беҙҙең клубта ата-әсәләр ҙә бер команда булып тупланған. Ярыш мәлендә бергәләшеп балаларҙы ҡеүәтләп торабыҙ, дәртләндерәбеҙ, – ти ҡыҙҙың әсәһе Нурзиә Рафиҡ ҡыҙы.
– Алыш ваҡытында исемемде әйтеп ҡысҡыра башлаһалар, үҙемә көс алғандай булам. Ныҡ ярҙамы тейә. Ул саҡта үҙең өсөн генә түгел, һинең өсөн борсолған кешеләр өсөн дә алыша башлайһың, – ти йәш спортсы.
Ҡыҙҙың һәр көнө ниндәйҙер шөғөл менән үтә. Спорттан бушаған арала Виктор Пегов исемендәге Өфө балалар сәнғәт мәктәбендә скрипка синыфында уҡый, инглиз теле түңәрәгенә йөрөй. Тағы ла тау саңғыһында шыуырға ла өлгөрә. Быйыл Өфөләге иң текә трассаны яуланы, трамплиндан һикерергә өйрәнде. Тиҙлек ярата икән.
Был һылыу башҡорт ҡыҙының – бәләкәй спортсының ҙур еңеүҙәре алда әле!