+28 °С
Болотло
VKOKМакс

Инсур Кинйәкәев иҫтәлегенә

Яуымбай ауылында махсус хәрби операцияла батырҙарса һәләк булған гвардия майоры, Ҡаһарманлыҡ һәм Генерал Шайморатов ордендары кавалеры Инсур Вәли улы Кинйәкәев иҫтәлегенә район саңғы ярышы үтте.

Инсур Кинйәкәев иҫтәлегенәИнсур Кинйәкәев иҫтәлегенә
Инсур Кинйәкәев иҫтәлегенә

Уны асыу тантанаһында яугирҙың ғаиләһе, туғандары, яҡындары, дуҫтары, абруйлы ҡунаҡтар ҡатнашты. Бөрйән районы хакимиәте башлығы Рәмил Миңләхмәт улы Абдуллин сараны асып, теләктәрен еткерҙе.
Бик ҡаты һыуыҡ көн булыуына ҡарамаҫтан, ярышта районыбыҙҙың төрлө ауылдарынан өлкән һәм йәш спортсыларҙың әүҙем ҡатнашыуы, шулай уҡ Яуымбай ауылы халҡының бер­ҙәмлеге ныҡ һоҡландырҙы.
Батырҙың туғандары сараны ойоштороуҙы үҙ өҫтәренә алып, был изге эшкә бик яуаплы ҡараны. Ярыш матур уҙҙы.
Яуымбайҙың данлы улы Инсур Вәли улының әсәһе Разия Искәнйәр ҡыҙы һүҙ алып:
– Бындай ҙур ярыш алдағы көндәрҙә балаларға саңғы спорты менән тағы ла нығыраҡ шөғөлләнергә дәрт өҫтәһен. Улар спорт менән дуҫ булып үҫһен ине.
Бар ҡатнашыусыларға, уҙышты ғәҙел хөкөм итеүсе судьяларға, саңғысыларҙы тәмле-йәмле өҫтәл әҙерләп матур итеп һыйлаусы мәктәп һәм мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәренә, тел йоторлоҡ тәмлекәстәр бешереп алып килеүсе ауылыбыҙҙың ҡатын-ҡыҙҙарына, саңғы юлын һалыусы егет-ҡыҙҙар­ға, эшҡыуар Фирҙәүес Йәғәфәроваға, район советы депутаты Фирғәт Хәйбуллинға, ауыл советы депутаттары Рәмил Ҡарасурин менән Әбүзәр Ураҙғоловҡа, спортсыларҙың һаулығы һағында тороусы фельдшер Гөлсинә Атауллинаға оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Әйткәндәй, Инсурҙың Байназар мәктәбендә бергә уҡыған синыфташтары 18 йәшкә тиклемгеләр араһында тәүге өс урынды яулаусы 18 балаға меңәр һум күләмендә аҡсалата приздар булдырҙы. Улар ҙа мине ҡыуандырҙы, – тине.
Саңғы ярышы һөҙөмтәләре бик тә ҡыуаныслы. Мәҫәлән, 10 йәшкә тиклемге ҡыҙҙар араһында Әбделмәмбәт ауылынан Заһиҙә Хәсәнова – I, Яуымбайҙан Инзирә Кинйәкәева – II, Бәләкәй Ҡыпсаҡтан Зәлиә Суфиянова, Иҫке Собханғолдан Алһыу Ҡолдобаевалар III урынды яуланы.
10 йәшкә тиклемге малайҙар араһында иһә I урында – Яуымбайҙан Айтуған Ҡарасурин, II урында – Әбделмәмбәттән Мөхәмәт Ғәлиәкбәров, III урында – Яңы Монасиптан Нәғим Шәрипов.
Саңғысылар араһындағы ярыш йәш буйынса бер нисә төркөмдә үткәрелде. Шуға күрә еңеүселәр исемлеге лә бик ҙур. Иң бәләкәй саңғысыға ике йәш булһа, 70 йәштән өлкәнерәктәр ҙә бар ине. Призлы урындар алыусыларға грамоталар, миҙалдар, иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды. Ҡатнашыусылар ярыштан яҡшы кәйеф менән таралды.

Сәйҙә СӘЙӘХОВА, уҡытыу-тәрбиә эше буйынса директор урынбаҫары.
Бөрйән районы, Яуымбай мәктәбе.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас