

– Был уңыштарым өсөн синыф етәксем Руфина Зәки ҡыҙы Камаловаға рәхмәтлемен. Ярай әле эргәмдә таяныс, терәк булып, файҙалы кәңәштәрен биреп ул торҙо. Яратҡан уҡытыусымдан үҙ көсөмә ышанырға өйрәндем. Шулай уҡ гимназия директоры Гөлшат Нәбиулла ҡыҙы Хөсәйеноваға ла, атай-әсәйемә лә йылы һүҙҙәремде еткергем килә. Уларҙың да ярҙамын тойҙом. Уңышҡа бергәләп ирештек, тип әйтә алам, – ти Айнур.
Руфина Зәки ҡыҙы уҡыусыһын маҡтап бөтә алмай.
– Бигерәк аҡыллы, тәртипле, тыңлаусан, эшһөйәр бит үҙе! Һәр нәмәгә бик етди ҡарай ул, имтихандарға ла ныҡлап үҙ аллы әҙерләнде. Бер ниндәй репетиторға ла йөрөмәне. Уҡыусым менән ғорурланам! Инде хәҙер хыялдары тормошҡа ашып, теләктәре ҡабул булһын, – ти ул.
Айнур киләсәктә медицина өлкәһендә белемен камиллаштырырға һәм юғары категориялы белгес булырға теләй. Ул Башҡорт дәүләт медицина университетына уҡырға инергә хыяллана. Ғүмерен был изге һөнәргә арнап, кешеләргә ярҙам иткеһе килә. Бик матур хыял! Айнур Кәбировтың берәй мәл Башҡортостаныбыҙҙың билдәле табибы булып китеүенә ышанабыҙ. Һиңә уңыштар, аҡ юл, хыялдарыңа, маҡсаттарыңа ирешеүеңде теләйбеҙ!
Зөһрә ХӘКИМОВА.
Дүртөйлө ҡалаһы.