

Билдәле булыуынса, был ҙур сараға старт февралдә Курск өлкәһендә бирелгәйне. Финал иһә сентябрҙә уҙасаҡ.
"Зарница 2.0" – киң масштаблы хәрби-патриотик уйын, унда 8 – 18 йәшлек балалар һәм үҫмерҙәр йәлеп ителә. Ойоштороусылары – илебеҙҙең Бөтә Рәсәй "Беренселәр хәрәкәте" һәм "Юнармия" ойошмалары.
16 июлдә сараны асыу тантанаһы уҙҙы. Ҡатнашыусыларҙы "Юнармия" Бөтә Рәсәй балалар һәм үҫмерҙәр хәрби-патриотик йәмәғәт хәрәкәте дирекцияһы етәксеһе Александр Неверов, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Рөстәм Әхмәҙинуров, Башҡортостан Республикаһының хәрби комиссары Михаил Блажевич һәм башҡа абруйлы ҡунаҡтар тәбрикләне.
Йыйында Башҡортостан, Татарстан, Мари Иле, Мордва, Удмурт, Сыуаш республикалары, Пермь крайы, Киров, Түбәнге Новгород, Ырымбур, Пенза, Һамар, Һарытау, Ульянов өлкәләренән барлығы 300 кеше ҡатнаша.
Республикабыҙ данын Стәрлетамаҡ ҡалаһынан "БР Росгвардияһы" командаһы яҡлай.
Әйткәндәй, командалағы һәр кемдең үҙ роле бар: отряд командиры, хәрби хәбәрсе, инженер-сапёр, медик, пилотһыҙ осоу аппараты операторы, политрук, штурмовик.
– Был уйында ҡатнашыу минең өсөн ҙур яуаплылыҡ, көсөмдө һынап ҡарау мөмкинлеге генә түгел, үҙем өсөн бик күп яңылыҡтар ҙа алырмын, тип уйлайым. Йыйын белгәндәремде нығытырға, командала эшләргә өйрәнергә, алдағы ярыштарға әҙерләнергә ярҙам итәсәк, – ти Башҡортостандан Рамзан Хөснөтдинов.
Фото: com.