-9 °С
Болотло
VKOKTelegramЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар

"Зарница 2.0"  – илһөйәрҙәр уйыны

 Волга буйы федераль округынының "Зарница" хәрби-патриотик йыйыны Рәсәй Геройы Максим Серафимов исемендәге "Патриот" паркында уҙыуы юҡҡа ғына түгел. Республикабыҙҙа йәш быуынды илһөйәрлек рухында тәрбиәләү буйынса эш яҡшы кимәлдә ҡуйылған.

"Зарница 2.0"  – илһөйәрҙәр уйыны
"Зарница 2.0"  – илһөйәрҙәр уйыны

Билдәле булыуынса, ҙур сараға старт февралдә Курск өлкәһендә бирелгәйне. Финал иһә сентябрҙә Волгоградта буласаҡ.
"Зарница 2.0" – киң масштаблы хәрби-патриотик уйын, унда 8 – 18 йәшлек балалар һәм үҫмерҙәр йәлеп ителә. Ойоштороусылары – илебеҙҙең Бөтә Рәсәй "Беренселәр хәрәкәте" һәм "Юнармия" ойошмалары.
16 июлдә сараны асыу тантанаһы уҙҙы. Ҡатнашыусыларҙы "Юнармия" Бөтә Рәсәй балалар һәм үҫмерҙәр хәрби-патриотик йәмәғәт хәрәкәте дирекцияһы етәксеһе Александр Неверов, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Рөстәм Әхмәҙинуров, Башҡортостан Республикаһының хәрби комиссары Михаил Блажевич һәм башҡа абруйлы ҡунаҡтар тәбрикләне.
 Йыйында Башҡортостан,  Татарстан, Мари Иле, Мордва, Удмурт, Сыуаш республикалары, Пермь крайы, Киров, Түбәнге Новгород, Ырымбур, Пенза, Һамар, Һарытау, Ульянов өлкәләренән барлығы 300 кеше ҡатнашты. Һәр командала 12-шәр үҫмер. Әйткәндәй, командалағы һәр кемдең үҙ роле бар: отряд командиры, хәрби хәбәрсе, инженер-сапёр, медик, пилотһыҙ осоу аппараты операторы, политрук, штурмлаусы.

 Уйында өлкән йәш категорияһында төбәк этабында I урын алған Стәрлетамаҡтың 23-cө полилингваль күп йүнәлешле мәктәбенең "Росгвардия РБ" командаһы республикабыҙ данын яҡланы.
– Был уйында ҡатнашыу минең өсөн ҙур яуаплылыҡ, көсөмдө һынап ҡарау мөмкинлеге генә түгел, үҙем өсөн бик күп яңылыҡтар ҙа алдым. Йыйын белгәндәремде нығытырға, командала эшләргә өйрәнергә, алдағы ярыштарға әҙерләнергә ярҙам итте, – тине Башҡортостандан Рамзан Хөснөтдинов.
Йыйынды асыу тантанаһында байраҡты сығарыу нәҡ яҡташтарыбыҙ өлөшөнә төшөү менән ғорурлана йәш илһөйәрҙәр. 
"Зарница 2.0" – совет осоро уҡыусылары 23 февралгә арнап уйнаған "Зарница" уйынының яңыртылған варианты ул. Элек мәктәп ике взводҡа бүленеп, "йәшелдәр" һәм "күктәр" булып ярыша торғайны. Танкистар, санитарҙар, разведчиктар, ашнаҡсылар, ағас мылтыҡтар, ялан кухняһы, сәнғәттә ярыш... Быларҙы өлкән быуын вәкилдәре һағынып иҫкә ала. Илһөйәрлек тәрбиәләүсе, командала берҙәм эшләргә өйрәтеүсе уйын хәҙер бигерәк тә әрме шарттарына яҡынлаштырылған. Атыу әҙерлеге, отряд менән маршта йөрөү, отряд менән һөжүм итеү, оборонала булыу, командирҙарға иһә алыш ваҡытында команда менән идара итеү, туристик әҙерлек – былар барыһы ла йылғырлыҡ, берҙәмлек, белем талап итә.

– Уйын барышында төрлө һынауҙарҙа ҡатнашып, тәжрибә туплау артабан да ныҡ кәрәгәсәк. Үҫмерҙәрҙең белгеслектәр буйынса уҡыу үтеүҙәре лә һәйбәт. Хәрби хәбәрселәр, медиктар һәм башҡалар айырым әҙерлек үтте. Бының һөҙөмтәһе иһә йомғаҡлау этабында, йәғни урындағы тактик уйында асыҡ күренде. Йыйында ҡатнашыусылар шәхси оҫталыҡтарын ғына түгел, подразделениела ойошҡанлыҡ менән берҙәм эшләй белеүҙәрен дә күрһәтте. Инструкторҙарға рәхмәт белдерге килә. Зарницала ҡатнашыусылар эштәрҙе ҙур теләк менән башҡарып сыҡты. Йыйында лайыҡлы тамамланылар, – ти "Юнармия"ның Башҡортостан Республикаһы буйынса төбәк бүлексәһе штабы етәксеһе Тимофей Присяжнюк.
– Миңә йыйында булыу бик оҡшаны. Команда менән иң ҡатмарлы һынауҙарҙы ла үтеп сыҡтыҡ. Бигерәк тә ялан шарттарында хәрби әҙерлек буйынса занятиелар барышында күп ҡыҙыҡлы мәлдәр булды, онотолмаҫлыҡ тәьҫораттар ҡалдырҙы, – ти Стәрлетамаҡ командаһының хәрби хәбәрсеһе Валерия Зайда. Ысынлап та, был көндәрҙә "Патриот" паркы яу яланын хәтерләтә ине, тиһәң дә хата булмаҫ.
Волга буйы федераль округы буйынса "Зарница 2.0" йыйынында Сыуашстан, Мари Иле, Мордовия вәкилдәре  яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтте. Йәш быуында илһөйәрлек рухы тәрбиәләгән "Зарница 2.0" уйынының финалы сентябрҙә Волгоградта үтәсәк. Илдең бөтә төбәктәренән дә командалар булыуы көтөлә.

Фото: vk.com.

"Зарница 2.0"  – илһөйәрҙәр уйыны
"Зарница 2.0"  – илһөйәрҙәр уйыны
"Зарница 2.0"  – илһөйәрҙәр уйыны
"Зарница 2.0"  – илһөйәрҙәр уйыны
"Зарница 2.0"  – илһөйәрҙәр уйыны
"Зарница 2.0"  – илһөйәрҙәр уйыны
"Зарница 2.0"  – илһөйәрҙәр уйыны
"Зарница 2.0"  – илһөйәрҙәр уйыны
"Зарница 2.0"  – илһөйәрҙәр уйыны
Автор: Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас