Башҡортостан данын Тәтешле районынан республика һайлап алыу турын уңышлы үткән Сафиндар ғаиләһе яҡлаясаҡ. 10 авгусҡа тиклем ситтән тороп уҙғарылған этапта ярышасаҡтар. Финалға һәр федераль округтан барлығы 24 ғаилә командаһы сығасаҡ.
Сафиндар балалары Ғаяз һәм Гүзәл менән ҡатнаша.
– Беҙҙең ғаилә өсөн иң мөһиме – ғаилә традицияларын, ҡиммәттәрен һаҡлау. Шулай уҡ Тыуған илгә һөйөү, илһөйәрлек тойғоһо мөһим. Балаларым, ғаиләм менән ғорурланам. "Зарница" туғандарҙың, бер-береңә терәк булыуҙың, ярҙамлашыуҙың ни тиклем мөһим икәнлеген күрһәтте,– ти ғаилә башлығы, "Ватанды һаҡлаусылар" фондының Башҡортостан буйынса филиалы социаль координаторы Венер Сафин.
Фото: com.