-9 °С
Болотло
VKOKTelegramЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар

Рәсәй чемпионы ла икән үҙе!

Спорт был егеттең тормошонда төп урынды алып тора. Ун бер йәшенән Салауат Хәйбуллин каратэ менән шөғөлләнә.  – Тренерым – Вадим Нуриәхмәт улы Изгин. Ул беҙҙе төрлө алымдарға өйрәтә. Спорт, ысынлап та, һаулыҡтың нигеҙе инде. Ул миңә үҙ-үҙемдә ышанысты, тәртипте, яуаплылыҡты көсәйтә.

Рәсәй чемпионы ла икән үҙе!
Рәсәй чемпионы ла икән үҙе!

Салауат Таһир Күсимов исемендәге гимназияның IX «А» синыфында белем ала. Ул киләсәктә компьютер буйынса белгес булырға теләй.  

– Спорт һинең уҡыуыңа ҡамасауламаймы? – тип ҡыҙыҡһынам.

  – Яҡшы итеп уҡыу иң алғы планда, ә спорт иһә ялҡаулыҡты еңергә өйрәтә. Ваҡытты дөрөҫ бүлә белһәң, бар ергә лә өлгөрөргә була. Кескәй малайҙарҙы ла спорт менән дуҫ булырға саҡырам. Беҙ, башҡорттар, көсһөҙҙәргә ярҙам итергә, бер-беребеҙгә терәк булырға тейешбеҙ, – ти ул.

Спортҡа Салауатты ағаһы Динир Әмирйәнов ылыҡтыра. Ул да йүгерергә, хоккей уйнарға ярата. Уҡытыусылары, тәртипле, аҡыллы, гел ярҙам итергә әҙер генә тора, тип маҡтай үҙен.

Ул 2024 йылда Орёл ҡалаһында бөтә каратэ буйынса Рәсәй беренселегендә Башҡортостан йыйылма командаһы составында уңышлы сығыш яһап, Рәсәй чемпионы булды. Әле яңыраҡ Сыуашстандың Новочебоксарск ҡалаһында каратэ буйынса донъя беренселеге үтте. Турнирҙа 29 илдән 3700 спортсы ҡатнашты. Ундағы ярышта Салауат II яуланы һәм спорт мастерлығына кандидат имтиханын да уңышлы тапшырҙы.

Спорт һөйөүсе тырыш егеткә тағы ла ҙурыраҡ уңыштар юлдаш булһын!

Рәсәй чемпионы ла икән үҙе!
Рәсәй чемпионы ла икән үҙе!
Рәсәй чемпионы ла икән үҙе!
Рәсәй чемпионы ла икән үҙе!
Автор: Римма Баймурзина
Читайте нас