Ул мәктәп уҡыусылары араһындағы «Ҙур тәнәфес» Бөтә Рәсәй конкурсының V ярымфиналында ҡатнашҡан. Бәйге «Артек» халыҡ-ара балалар үҙәгендә үткән. Егет үҙенең бар һәләтен күрһәтеп, уңышлы сығыш яһаған.
Данил I синыфтан уҡыуға яуаплы ҡарап, тырышып белем ала. Мәктәптә үткәрелгән бар сараларҙа ла әүҙем ҡатнаша. Уның лидерлыҡ һәләте көслө. Маҡсатына һәр ваҡыт ирешә. Белем усағында – мәктәп президенты, Беренселәр хәрәкәте советы рәйесе һәм «Шоңҡар» йәштәр үҙәгенең әүҙем ирекмәне.
Үҙ-үҙенә талапсан, тырыш егет төрлө бәйгеләрҙә лә һынатмай, олимпиадаларҙа ҡатнаша. Ул – Юрий Гагарин исемендәге республика мәктәп олимпиадаһының финал этабында призёр, иҡтисад фәненән Бөтә Рәсәй бәйгеһендә ҡала буйынса һәм «XXI быуат лидеры» конкурсының район буйынса еңеүсеһе. Шулай уҡ «Университет сменалары» белем биреү программаһында ла ихлас ҡатнаша.
Данил ирекмәнлек эше буйынса ла әүҙемлек күрһәтә. «Комфортлы ҡала мөхитен формалаштырыу» проекты буйынса һәм МХО-лағы яугирҙарға ярҙам иткәне өсөн ул Рәхмәт хаттары менән бүләкләнгән.
– Данил Хөрмәтуллин – бар яҡтан да өлгөлө уҡыусы ул. Үҙе башҡарған эштәрен дә күрһәтә белә. Һәр ваҡыт эҙләнә. Хыялланған маҡсатына ирешмәйенсә ҡуймай. Буш ваҡытын теүәл бүлеп, дөрөҫ файҙаланырға тырыша. Күптәргә өлгө ул, мәктәбебеҙҙең генә түгел, районыбыҙҙың да ғорурлығы, – тип маҡтай үҙен уҡытыусыһы Лариса Юнир ҡыҙы Байсурина.
Афарин, Данил! Һиңә артабан да уңыштар теләйбеҙ!
Зөһрә ХӘКИМОВА.
Салауат районы.