Балалар баҡсаһында - тәрбиәселәр, мәктәптә уҡытыусылар беҙҙең күңелгә, телгә һөйөү һалһа, уны тәрбиәләү нигеҙе ғаиләлә ята. Һүҙем башҡорт теле хаҡында.
Туған телебеҙ - башҡорт телен һөйгән, һаҡлаған, яҡлаған бихисап синыфташтарым, дуҫтарым, таныштарым бар. Шулар араһында Мәҙинә һылыуҙы әйтеп үтмәү мөмкин түгел. Башҡорт рухлы Тайбугиндар ғаиләһендә тыуып үҫкән Мәҙинә күңелендәге телгә һөйөүен башҡаларға таратырға тырышыусы бер ҡыҙ ул. Бәләкәй саҡтан башҡорт телендә шиғырҙар ятлап, төрлө конкурстарҙа ҡатнашып, призлы урындар яуланы. Өлкән синыфтарҙа уҡығанда фәнни-ғәмәли конференцияларҙа көс һынап ҡарай. Шул уҡ ваҡытта яҙышты ла. Гәзит-журнал биттәрендә төрлө ҡыҙыҡлы темаларға мәҡәләләре, шиғырҙары баҫыла барҙы. Мәктәп тормошонда ла әүҙем ҡатнашты. Предмет олимпиадаларынан да ситтә ҡалманы. Урыҫ теле, әҙәбиәте, тарих, йәмғиәтте өйрәнеү фәндәре менән бер рәттән башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса олимпиадаларҙа ла гел еңеүселәр рәтендә булды.
Бөгөнгө көндә Мәҙинә Өфө фән һәм технологиялар университетының Башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетында белем ала. Факультет тормошо менән янып йәшәй. Ул - “Йәшлек” бейеү ансамбле солисы. Үҙ маҡсатына ирешә алған Мәҙинә һылыуға уңыштар теләйбеҙ!
Азалиә Ҡасҡынова,
XI синыф уҡыусыһы.
Баймаҡтағы 4-се лицей.