-9 °С
Болотло
VKOKTelegramЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар

Айгүзәл, ҡотлайбыҙ!

Башҡорт теле көнөнә шәп бүләк! Өфө фән һәм технологиялар университетының Башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультеты тарихында беренсе тапҡыр Рәсәй Хөкүмәте стипендияһына лайыҡ булыусы - Айгүзәл Муллағолова!     !

Айгүзәл, ҡотлайбыҙ!
Айгүзәл, ҡотлайбыҙ!

Магистрант Айгүзәл Муллағолова факультетты ғына түгел, башҡорт телен дә ил кимәлендә танытты!

Уҡыу алдынғыһы, башҡорт теле буйынса байтаҡ ғилми мәҡәләләр авторы, иҫ китмәле егәрле, баҫалҡы, булдыҡлы Бөрйән ҡыҙы бығаса Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге стипендияға ла лайыҡ булғайны. Ҡотлайбыҙ, Айгүзәл! Яңы уңыштар, яңы бейеклектәр теләйбеҙ!

 Фото һәм сығанаҡ: Гөлфирә Абдуллинаның "Бәйләнештә" социаль селтәренән.

 

Айгүзәл, ҡотлайбыҙ!
Айгүзәл, ҡотлайбыҙ!
Айгүзәл, ҡотлайбыҙ!
Айгүзәл, ҡотлайбыҙ!
Айгүзәл, ҡотлайбыҙ!
Автор: Зөһрә Хәкимова
Читайте нас