Был күркәм сараға илдең 63 төбәктәренән 3 мең 500-гә яҡын егет һәм ҡыҙ ҡатнашҡан. Улар араһында Башҡортостандан Эске эштәр министрлығының Өфө юридик институтының IV курс курсанттары ла бар.
Курсанттар сарала ҡатнашыу өсөн институттағы яҡшы уҡыуҙары, фәнни һәм ижади эшмәкәрлеге арҡаһында лайыҡ булған.
Ойоштороусылар балда ун төрлө бейеү (полонез, фигуралы вальс, француз кадриле, гавот-вальс, миньон-вальс, урыҫ лирик вальсы) башҡарырға тура киләсәген әйтеп, ҡарап әҙерләнеү өсөн кәрәк видеоһын да ебәргән.
Бик матур сара булған. Ҡатнашыусыларҙың саранан алған бай тәьҫораттары һәм йөкмәткеле хәтирәләре оҙаҡ күңелдәрен йылытып торор әле.
Һоҡланғыс күренеш!
Сығанаҡ һәм фото: телеканал САЛЯМ | СӘЛӘМ телеканалы